28 октябрь көнө, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «25 йыл бергә!» исеме аҫтында Башҡортостандың Милли симфоник оркестры байрам концерты уҙғарҙы.
Милли симфоник оркестрҙы күркәм юбилейы менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тәбрикләне: “Классик музыканы һөйөүселәргә киң билдәле оркестр бөгөн Башҡортостандың музыкаль тормошонда айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Үҙегеҙҙең ижадығыҙ менән һеҙ республиканың күп милләтле музыкаль мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм танытыуға, йәштәргә рухи-эстетик тәрбиә биреүгә тос өлөш индерәһегеҙ.
Оркестрҙың коллективына именлек, илһам, яңы ижади уңыштар, сағыу проекттар һәм рәхмәтле тамашасылар теләйем!».
«25 йыл бергә!» юбилей гала-концерты программаһында – Чайковскийҙың, Брамстың, Фореҙең, Сен-Санстың, башҡорт авторҙары Халиҡ Заимовтың, Шамил Шәриповтың әҫәрҙәре яңғыраны.