Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында — яңы министр урынбаҫары

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында — яңы министр урынбаҫары

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрының яңы урынбаҫары Алмаз Рәсих улы Сәйетов итеп тәғәйенләнде. Хөкүмәттең тейешле бойороғона 2022 йылдың 26 авгусында ҡул ҡуйылған.

Алмаз Сәйетов профессиональ сәнғәт — театр-концерт ойошмалары һәм кино тармағы өсөн яуаплы.

Алмаз Рәсих улы Сәйетов — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1966 йылда Башҡортостандың Илеш районында тыуған, 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек үткән.

Тәжрибәле идарасы, быға тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе булып эшләгән.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb