Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Бәхет иле»/ «Бәхет Иле» тапшырыуында ҡунаҡта булды һәм республиканың мөһим мәҙәни ваҡиғаларының береһе – Театр декадаһы хаҡында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Театр декадаһы Өфөлә йыл һайын уҙғарыла һәм Башҡортостан театрҙарында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проектының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Театрҙар – балаларға» проекттары ярҙамында ҡуйылған спектаклдәр менән таныштыра. Быйыл ул 24-29 мартта үтә һәм баш ҡала тамашасыһына республиканың туғыҙ коллективының 10 спектаклен тәҡдим итә.
«Башҡортостанда театр сәнғәтен үҫтереүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекттары ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙы тормошҡа ашыра башлағандан алып әлеге көнгә тиклем 101 спектакль ҡуйылған һәм театрҙарҙың гастроль эшмәкәрлеге өсөн 16 автобус һатып алынған. Партия проекты ярҙамында ижад ителгән спектаклдәр, ғәҙәттәгесә, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар афишаларына инә, абруйлы премиялар һәм наградалар яулай. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Рус драма театрының партия проекты ярҙамында ҡуйылған спектакле күптән түгел дүрт номинацияла «Алтын битлек» премияһы номинанты булды», – тип һөйләне Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары.
Ринат Ғайсин билдәләүенсә, Өфө сәхнәһендә сығыш яһау бәләкәй ҡалаларҙың театр артистарында һәр ваҡыт тулҡынланыу тыуҙыра, ә баш ҡала тамашасылары уларҙы һәр ваҡыт ихласлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршы ала. Фестиваль шулай уҡ театр сәнғәте эшмәкәрҙәренә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр тамашаға театр тәнҡитселәре саҡырыла, улар фекер алышыуҙар барышында үҙҙәренең профессиональ фекерҙәре һәм анализы менән уртаҡлаша, был театр сәнғәтенең үҫешенә булышлыҡ итә.
«Башҡортостан театрҙары һәр саҡ яңы темалар һәм идеялар эҙләй, шуға ла тамашасыларға ҡытлыҡ кисермәйҙәр. Театрҙарыбыҙ тамашасыларҙы изге эштәргә рухландырырға ынтыла һәм тәрбиәүи эш алып бара. Һуңғы йылдарҙа рухи-патриотик ҡиммәттәргә арналған спектаклдәр халыҡта айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята», – тип билдәләне Ринат Рәшит улы.
Белешмә өсөн: 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проектында ҡатнаша. Дөйөм финанслау күләме 800 миллион һум самаһы тәшкил итә. «Урындағы мәҙәниәт йорто» йүнәлеше буйынса – 440,1 миллион һум, «Театрҙар – балаларға» һәм «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекттары буйынса – 359,7 миллион һум. Проектты тормошҡа ашырыу йылдарында театрҙарҙа тамашасылар һаны 1,5 тапҡырға артҡан.