Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте

Кисә, 16 апрелдә, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашып, тармаҡтың тарихи хәҡиҡәтте һаҡлауҙағы роле тураһында фекер алышты.

Осрашыу Башҡортостан Республикаһының Милли музейында үтте, унда кисә шулай уҡ Мәскәүҙән реставрациянан һуң алып ҡайтылған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы менән таныштырыу сараһы үтте.

«Геройҙарыбыҙ тураһында үҙебеҙ һөйләмәһәк, кем һөйләһен? Шуға күрә коллегалар «Еңеү йырҙары» флешмобын башлап ебәрергә тәҡдим итте. Һәр кем һуғыш йылдарында ижад ителгән яратҡан йырын башҡарып, видены социаль селтәргә һала ала», – тип иғлан итте министр.

Был тәҡдимде осрашыуҙа ҡатнашыусылар дәррәү хупланы һәм бергәләп Заһир Исмәғилевтең Ҡадир Даян һүҙҙәренә ижад ителгән «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған флешмобта ҡатнашыуға республиканың бөтә халҡы саҡырыла. Бының өсөн яратҡан хәрби йырҙың куплетын видеоға яҙҙырырға һәм социаль селтәрҙәрҙә #ПесниПобеды хештегы менән уртаҡлашырға кәрәк.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb