Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова бөтә китапхана тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Бөтә Рәсәй китапхана көнө менән ҡотланы.
«Бөгөн китапханалар интеллектуаль мөмкинлектәр майҙаны, сағыу һәм әһәмиәтле мәҙәни-ағартыу үҙәктәре булараҡ йәмғиәт тормошонда ҙур роль уйнай. Нәҡ китапханалар күп кенә яңы виртуаль форматтарҙы индереүҙә беренсе булып тора. Быға «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу ҙа булышлыҡ итә», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әминә Ивний ҡыҙы.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда 14 яңы быуын китапханаһы асылған. 2024 йылға уларҙың һанын 20-гә еткереү күҙаллана.
Министр фекеренсә, халыҡтың интеллектуаль һәм мәҙәни кимәлен үҫтереү, уның һөнәри үҫеше һәм белеме республиканың үҫеше өсөн кәрәкле мөһим талап булып тора, һәм китапханаларҙың был йүнәлештә индергән өлөшө бик ҙур.
«Китапханалар көнөндә китапхана тармағы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының интеллектуаль һәм мәҙәни мөмкинлеген һаҡлауға һәм арттырыуға булышлыҡ иткән тырышлыҡ һәм оҫталыҡтары өсөн рәхмәт белдерәм. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, илһөйәрлегегеҙ, мәҙәниәткә, китаптарға, уҡыусыларға тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ», — тине министр һәм бәхет, мөхәббәт, ҙур ижади идеялар һәм ҡаҙаныштар теләне.