Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы театр сәхнәләрендә иң күп ҡуйылған йөҙәрләгән, меңләгән тамашасыларҙың иғтибарын һәм һөйөүен яулаған сәхнә әҫәре.
“Татар-информ” мәғлүмәт агенлығы хәбәр итеүенсә тиҙҙән күренекле башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһы Яр саллы ҡалаһының Татар дәүләт драма театрында сәхнәләштереләсәк. Әлеге мәлдә театрҙың баш режиссеры Фаиль Ибраһимов етәкселегендә ҡыҙыу репетициялар бара. Спектаклгә театрҙың билдәле һәм күренекле артистары менән бер рәттән йәш актерҙар ҙа йәлеп ителгән. Яр саллы ҡалаһының Татар дәүләт драма театрында премьера 30 мартҡа билдәләнгән.
«Ай тотолған төндә» трагедияһы башҡорт легендаларына нигеҙләнгән, әммә классик трагедия ҡанундарына ҡоролған ижад өлгөһө, пьеса халыҡсан һәм тәрән фәлсәфәүи әҫәрҙәр иҫәбенә инә. Сәхнә әҫәре 1963 йылда яҙылған, 1978 йылда нәфис фильм төшөрөлә, илебеҙҙең 100-гә яҡын театр сәхнәләрендә ҡуйыла. 2012 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштергән «Ай тотолған төндә» трагедияһы Төрки телле театрҙарҙың Халыҡ-ара "Туғанлыҡ" фестивалендә гран-при яулай.
...Бынан алыҫ йәйләүҙәрҙең береһендә йәшәгән матур, йәш бер килендең ире яуға киткән. Бик һағынған, бик интеккән был башта. Әммә бәреп сыҡҡан шишмә aғыp юлын таба. Юлын тапҡас, юлдашын да таба. Әлеге килен дә күрше йәйләүҙән килеп йөрөгән бер егеткә ғашиҡ була. Көндөҙ ирен уйлай, ә төндәрен егет ҡосағына инә. Йыл да үтмәй, донъяға бер ир бала килә. Был турала кендек әбейенән башҡа бер кем, бер ни белмәй. Тик баланы ҡайҙа итергә әмәл тапмай яфа сигә былар... Ырыу һәм ғаилә башлығы, ире иҫән саҡта байбисә, ырыу ҡанундарын тотоусы, абруйлы, ҡаты ҡуллы бейбисә. Ул әсә кеше лә, йола ҡоло ла. Йоланы боҙа, ырыу ҡанундарына ҡаршы бара алмай Тәңкәбикә.
Гүзәл Багаева