Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре наградалар һәм маҡтаулы исемдәр алды

Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре наградалар һәм маҡтаулы исемдәр алды

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин төбәктең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, шул иҫәптән республиканың сәнғәт эшмәкәрҙәре булды:

- ҡурайсы Азат Айытҡолов «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» II дәрәжә ордены миҙалы менән билдәләнде;

- «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» исеме рәссам Сергей Игнатенкоға һәм график Тәлғәт Мәсәлимовҡа бирелде;

- «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә Өфө ҡалаһының А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Юрий Григорьев лайыҡ булды;

- РСФСР-ҙың халыҡ артисы, легендар актриса Нурия Ирсаева Салауат Юлаев орденын алды;

- М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлфиә Рафиҡоваға «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән юғары исем бирелде.

Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре наградалар һәм маҡтаулы исемдәр алды
Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре наградалар һәм маҡтаулы исемдәр алды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb