Башҡортостандың туризм буйынса проекттары Бөтә Рәсәй конкурс финалына сыҡты

Башҡортостандың туризм буйынса проекттары Бөтә Рәсәй конкурс финалына сыҡты

Башҡортостан Рәсәйҙә турист-рекреация кластерҙарын булдырыу һәм экотуризмды үҫтереү өсөн федераль конкурстың финалсылары иҫәбенә инде. Һөҙөмтәләр 28 июлдә иғлан ителде. Финалсылар иҫәбендә:  7 федераль округтан 30 субъект. Финалға сыҡҡан проекттар һаны буйынса беренсе урында — 7 проект менән Алыҫ Көнсығыш федераль округы. Икенсе урынды Волга буйы федераль округы алды — 6 проект. Өсөнсө урынды Төньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк һәм Себер федераль округтары бүлеште — һәр береһендә 5-әр проект. Көньяҡ федераль округында — 4, Урал федераль округында 2 проект финалға сыҡты.

Башҡортостандан федераль грантҡа һәм Стратегик башланғыстар агентлығынан профессиональ ярҙамға ике проект дәғүә итә.

Улар араһында — «Башҡортостан йөрәге», уға «Еҙем» тәбиғәт паркы, «Башҡортостан» милли паркы, Торатау, Толпар шыршылыҡтары, Киндерле-Леднев-Октябрьский мәмерйә системаһы, Туғар һалған күле, Аҫҡын боҙ мәмерйәһе ҡарай.

Икенсе проект — «Мәғрүр Ирәмәл». Уға «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм «Урал-Тау» дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәләре инде.

Белгестәр фекеренсә, Башҡортостан эске туризмды һәм эко-туризмды үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур мөмкинлеккә эйә. Республиканың төп өҫтөнлөгө — географик яҡтан уңайлы урын һәм төрлө, һоҡланғыс тәбиғәт.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb