«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингы популярлыҡ яулай бара

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингы популярлыҡ яулай бара

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә http://www.bashinform.ru/bash/1025196/, Башҡортостандың яратҡан рәссамдары халыҡ рейтингы популярлыҡ яулай бара. 1 июлдән алып проекттың рәсми сайтын 100 меңдән ашыу тапҡыр ҡарағандар. Сайтҡа биш меңдән ашыу кеше ингән. 20 көн эсендә онлайн-галереяла 645 картина ҡуйылған. Конкурста бөтә республиканан 136 рәссам ҡатнаша.

Ошо ваҡыт арауығында лидерҙар ҙа билдәләнгән. Мәҫәлән, «Оҫта» номинацияһында Елена Веревкина иң күп тауыш йыйған, «Легенда» категорияһында беренсе урында — Леонид Круль, «Актуаль сәнғәт» номинацияһында иң популяры — Гөлшат Суфиянова, «Самородоктар» араһында Гөлнара Ғәлимова күп «лайк» йыйған.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, яратҡан рәссамдары өсөн республика халҡы ғына түгел, Канадала һәм Мексикала йәшәгән ватандаштар ҙа тауыш бирә.

Тауыш биреү эштәрҙе ҡабул итеү менән бергә бара. Рәссамдар хәҙер ҙә проектҡа ҡушыла ала. Эштәрҙе үҙаллы урынлаштырырға мөмкин.

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты халыҡ рейтингын төҙөү өсөн төбәктәге бөтә рәссамдарҙың эштәрен берләштереүгә йүнәлтелгән. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса китап-альбом донъя күрәсәк.

«Китап сығарыу хаҡында уйлағанда минең идеям ошондай ҙур проектҡа әүерелер тип көтмәгәйнем. Ошо эштә республикалағы бик күп һоҡланғыс кешеләр ярҙам итә. Конкурстың идеяһы — яҡташтарыбыҙҙың эштәрен популярлаштырыу. Бынан тыш, интернет ярҙамында рейтинг тыуған төйәгебеҙҙе унан ситтә лә танытырға мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ», — ти проекттың авторы Наил Мәхмүтов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb