Баянсы Рәжәп Шәйхетдинов 70 йәшлек юбилейын билдәләне

Баянсы Рәжәп Шәйхетдинов 70 йәшлек юбилейын билдәләне

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, баянсы Рәжәп Шәйхетдиновтың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы улы Рөстәм Шәйхетдинов концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Концерт программаһын Ш. Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, профессор Рөстәм Шәйхетдинов атаһы -виртуоз баянсы Рәжәп Юныс улына арнаны.

Донъяға билдәле музыкант, профессор Рөстәм Шәйхетдинов башҡарыуында әҫәрҙәрҙе тамашасылар йылы ҡабул итте. Ике йөҙҙән ашыу кешене һыйҙырған залда ултырыусылар аталы-уллы моң эйәләре Шәйхетдиновтар династияһы өсөн ғороулыҡ тойғолары кисергәндер.

Рәжәп Шәйхетдинов тап ошо уҡыу йортоноң беренсе сығарылыш студенты. Һуңынан оҙаҡ йылдар дауамында бөтә Рәсәйҙә данлыҡлы кафедраны етәкләй, Өфө дәүләт сәнғәт институтында беренселәрҙән булып профессор дәрәжәһен яҡлай. Илле йыллыҡ тарихы булған уҡыу йортоноң йылъяҙмаһына уның исем-шәрифе алтын хәрефтәр менән яҙылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb