Ул билдәле драматург, прозаиктың тыуған ауылы – Ахманда барлыҡҡа киләсәк. Музей асыу башланғысы менән яҡташтар берлеге сыҡҡан, был идеяны район хакимиәтендә лә хуплағандар. Объектты быйыл яҙ төҙөй башларға ниәтләйҙәр.
Нәжиб Асанбаев башҡорт әҙәбиәте һәм драматургияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның “Ҡыҙыл паша” драмаһы донъяның 22 илендә сәхнәләштерелде, ғәрәп дәүләттәрендә ҙур танылыу яуланы. Башҡа пьесалары – “Фәйзи”, “Зәйтүнгөл”, “Кәләш әйттергәндә”, “Күктән төшкән бәхет”, “Көҙән башҡорты” әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәте һәм театрының алтын фондына индерелде.