Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Тантана бөгөн шағирҙың Сибай институты алдындағы бюсына сәскә һалыуҙан башланды. Унда уҡыу йорто етәкселеге, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр, студенттар, Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы ағзалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм киң йәмәғәтселек ҡатнашты. Был хаҡта "Башҡортостан" гәзите хәбәр итте.
Сәскә һалыуҙа Хәйбулла районынан килгән шағирҙың класташы, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Флүрә Аралбаева ла булды. Сараны асып филология фәндәр кандидаты Гөлкәй Сәмирханова ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм шағирҙың ижад һәм тормош юлына байҡау яһаны.
Сибай институты директоры, педагогика фәндәре кандидаты Илдар Сәлихйән улы Хәмитов уҡыу йортонда башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, 2008 йылда Сибай институты алдында республикала тәүгеләрҙән булып Рәми Ғариповҡа бюст ҡуйыла.(Скульпторы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре - Хәйҙәр Ғарипов). Илдар Сәлихйән улы артабан шағирҙың ижади мираҫының йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләп үтте. Аҙаҡ ҡурай моңо аҫтында бюсҡа сәскәләр һалынды һәм күмәкләп Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры башҡарылды.
Сараларҙы дауам итеп, Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады буйынса асыҡ дәрес үткәрелде. Уҡыу йортоноң 1-5 курс студенттарының дөйөм асыҡ дәресендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова ҡатнашты. Дәрестә шағирҙың шиғырҙары яңғыраны, үҙе уҡыуында әҫәрҙәр тыңланды, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарылды. Зифа Ғаяз ҡыҙы шағир менән осрашыуы хаҡында йылы иҫтәлектәре менән бүлеште, Н.Ғәйетбаевтың “Төн” әҫәрендә Рәми Ғарипов образының нисек тыуыуы тураһында һөйләне, әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыуҙың тарихына туҡталып үтте.
Шулай уҡ уҡыу йортонда Рәми Ғариповтың ижадына арналған китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Сарала уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында “Рәми Ғариповты уҡыйбыҙ” тигән флешмоб ойошторолдо.