БДУ-ның өсөнсө курс студенты Миләүшә Арыҫланова «Без срока давности» бөтә Рәсәй йәш әҙәбиәтселәр һәм журналистар конкурсында еңеү яуланы.
Проекттың маҡсаты — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда нацистарҙың һәм уларҙың ярҙамсыларының хәрби енәйәттәре ҡорбандарының фажиғәһе хаҡында тарихи хәтерҙе һаҡлау, яңынан асыҡланған енәйәттәрҙең тикшерелеү торошон белеү.
Миләүшәнең олатаһы Барый Хәсән улы Хәсәнов — ике һуғышта: Фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы герой. Яҙмаһында ул олатаһының батырлығы тураһында һүҙ йөрөтә:
«Мин Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы геноцид тураһында яҙҙым. Шулай уҡ эссемдың иң мөһим өлөшө — һуғышта ҡатнашҡан Барый ҡартатайым тураһында белешмә.Был конкурс ярҙамында мин ҡартатайым һәм Бөйөк Ватан һуғышы тураһында бик күп яңы мәғлүмәттәр алдым. Башҡорт халҡының һуғыштағы роле, әлбиттә, үтә ҙур. Шайморатов генералдың 112-се дивизияһы ғына ни тора. Хатта немецтар газеталарында уларҙың батырлығына, ныҡлығына аптырап яҙған. Йәш быуынға бындай конкурстар һуғыш осоро йылдарын тағы ла нығыраҡ өйрәнергә, ата-бабаларыбыҙ менән ғорурланырға һәм бөгөнгө яҡты доньяның ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтә», — ти Миләүшә.
Бүләкләү тантанаһы Мәскәү ҡалаһының Еңеү музейында «Күптән түгел» бөтә Рәсәй семинары сиктәрендә үтте. Еңеүселәргә наградаларҙы Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Григорий Гуров тапшырҙы.