Бейеү алиһәһе - Рәшиҙә Туйсина ҙур юбилейын билдәләй

Бейеү алиһәһе - Рәшиҙә Туйсина ҙур юбилейын билдәләй

Танылған сәхнә оҫтаһы, үҙенең күп йыллыҡ ижады һәм һәләте аша башҡорт ҡыҙының матурлығын, аҡылын, һомғоллоғон күрһәткән танылған бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Рәшиҙә Туйсина ҙур юбилейын билдәләргә йыйына.  

18 сентябрь көнө Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәшиҙә Туйсинаның 75 йәшлек юбилейына арналған «Балҡып тора таңдарым!..» исемле концерт программаһынан ситтә ҡалмағыҙ.

Сараны ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге  дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Концертта  башҡорт эстрадаһың билдәле сәхнә йондоҙҙары сығышы көтөлә.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең даны Рәшиҙә Туйсина исеменә бәйле. Бейеүсе Ғәскәровтың бейеү мәктәбен, уның бай традицияларын үҫтереүгә күп көс һалған, башҡорт хореографияһын бейеү сәнғәтенең юғары өлгөләре менән байытҡан шәхес. Бейеү алиһәһе башҡарған «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Шаян ҡыҙҙар” бейеүҙәрҙәре башҡорт ҡыҙының ҡабатланмаҫ образдары менән барыбыҙҙы ла һоҡландыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb