"Бейеү рухы" Халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан данын "Guzal-dance" ансамбле яҡланы

"Бейеү рухы" Халыҡ-ара фестивалендә  Башҡортостан данын "Guzal-dance" ансамбле яҡланы

Ҡаҙағстанда ойошторолған "Бейеү рухы" Халыҡ-ара фестивале ун дүрт ил артистарын берләштерҙе, күләмле мәҙәни сарала Башҡортостан данын "Guzal-dance" ансамбле солисы Регина Әһелова яҡланы.

Һайлап алыу турҙарын уңышлы үткән яҡташыбыҙ "Заһиҙа" бейеүен башҡарып, сит ил вәкилдәрен хайран ҡалдырҙы. Ҡурай моңдарына оҫта баҫып ул, башҡорт ҡатын-ҡыҙының уңғанлығын, матурлығын күрһәтте. Сараны ойоштороусылар сәхнәлә заманса этник музыканы һәм донъя халыҡтары мәҙәниәтен еткереү маҡсатын ҡуя.

Регина Әһелова әйтеүенсә, "Заһиҙә" бейеүен ихлас ҡабул иткәндәр. Алҡыштар башҡорт бейеүенең көсөн күрһәтә ти, ул.

Яҡташтарыбыҙ Астанала яулыҡ бейеүен дә күрһәтә. Был үҙенә күрә милли кейемдәрҙә импровизация була. Төрлө музыка ҡоралдарынан моң ағыла, көйҙәр яңғырай, башҡорт коллективының сығышын сираттағы тапҡыр алҡыштарға күмәләр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb