Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Бейеү – ул һүҙһеҙ китап...
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 14 ноябрь 2016
Бейеү – ул һүҙһеҙ китап...
“Саптар” хореография студияһының юбилей концерты ни өсөн нәҡ шулай исемләнеүен был тантаны ҡараған һәр кем аңлағандыр. Ысынлап та, һәр бейеүҙә хистәр ташҡыны урғылды, өмөт һәм ышаныс бүләк ителде.
Эйе, үҙ эшен бер йыл элек кенә башлаған хореограф Радик Шамил улы Бакиров бик күпкә өлгәште. Ҡалала һәм районда һәләтле балаларҙың күп булыуы, үҙенең оҫталығын башҡаларға өләшеү хыялы “Саптар” студияһына башланғыс һала. Бер нисә төркөм йыйылғас, хореограф балалар менән ныҡлы эш башлай. Әйтергә кәрәк, Радик Шамил улы хореограф булараҡ үтә талапсан кеше. Хәйер, шунһыҙ уңыштарға ла өлгәшеп булмайҙыр ул. Р.Ш. Бакировтың тағы бер һоҡланғыс сифаты – ул үҙенең һәләтенең һуңғы тамсыһына тиклем балаларға өләшә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Радик ағайҙарының талапсан, шул уҡ ваҡытта улар менән үҙҙәренең телендә һөйләшеүенә, юморға бай булыуына күптән ғашиҡ.
Бер йыл эсендә ҡаҙанған иң ҙур уңыштарҙың береһе – өлкән төркөмдөң Туапсе ҡалаһында халыҡ-ара бейеү фестивалендә Гран-при яулауы. Ошо уҡ мәртәбәле сарала өлкән төркөмдөң солисы Рәил Рәхмәтуллин бейеү оҫталығы менән таң ҡалдырып, Гран-при алды.
Ҡаҙаныштар бының менән генә тамамланманы әле. “Саптар” студияһының Темәс ауылындағы филиалында шөғөлләнгән Байрас Харисов “Байыҡ” телевизион конкурсында Гран-при яуланы. Радик Шамил улы малайҙы етди һынауға әҙерләүгә ваҡытын, көсөн йәлләмәне. Ғөмүмән, “Саптар” студияһында тәрбиәләнеүселәрҙең аҙымдары көндән-көн ныҡлыраҡ, ышаныслыраҡ була бара, улар республика, ил кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай.
Юбилей концертына билеттарҙың бер ай алдан һатылып бөтөүе (хатта баҫып тороп ҡарарға ла урын булманы) сараның ниндәй юғары кимәлдә үтеүе тураһында һөйләй. “Концертты ҡабатлап күрһәтмәҫтәрме икән?” – тип мөрәжәғәт итеүселәрҙең күп булыуы ла студияның уңышына ишара.
Эйе, “һүҙһеҙ китап” концертын тамашасылар, сарсаған юлсылай, бер тында йотлоғоп ҡараны. Кескәйҙәрҙең акробатик алымдары, заманса бейеүҙәре, үҙҙәрен сәхнәлә әртис кеүек тотоуы онотолмаҫ күренеш булды. Һәр ваҡыттағыса өлкән төркөмдөң сығышы хайран ҡалдырҙы. Ҡыҙҙар һәм егеттәр башҡорт, татар, урыҫ милли бейеүҙәренән тыш, ирланд, үзбәк, чечен халыҡ бейеүҙәрен юғары кимәлдә башҡарҙы.
“Буранбай” вокал ансамбле, Вилдан Ҡотоев, Инсаф Ишбирҙин башҡорт халҡының рухын сағылдырған йырҙары менән тамашаға айырым бер йәм өҫтәне.
“Саптар” студияһында эшләгән педагог-балетмейстерҙар Л.Ғ. Йәрмөхәмәтова, И.М. Изгина, Э.Р. Кондратьева, Я.Р. Үтәғолова, студия етәксеһенең ижади эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары А.В. Юнысбаева, менеджер-администратор Н.Н. Мөхәмәҙиеваның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ә инде тамашаны онотолмаҫлыҡ итеп алып барған Нефтекама дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы Р.И. Иҙелбаева һәр кемдең һөйөүен яуланы.
Р.Ш. Бакировтың остаздары Сибай ҡалаһының “Гөлдәр” ансамбле етәксеһе Луиза Яхина, данлыҡлы бейеүсе Динислам Исҡужин, шулай уҡ ҡала биләмәһе башлығы Ф.Ғ. Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә. Зәйнуллин, ата-әсәләрҙең ихлас ҡотлауҙары “Саптар” студияһының эшмәкәрлегенә лайыҡлы баһа булды.
“Саптар” хореография студияһының көслө алҡыштарға күмелгән, тарихта ҡалырлыҡ тағы бер концерты тамам. Балалар оло уңыштар яулауҙарына ҡарамаҫтан, ял итергә уйламай. Көҙгө каникул мәлендә лә күнекмәләр дауам итте. Сөнки Радик Шамил улы үҙенең алдына ғына түгел, ә тәрбиәләнеүселәренә иң ҙур маҡсаттар ҡуя һәм күңелдәге хыялдарҙы тормошҡа ашырмайынса, тынысланырға ярамай тип өйрәтә. Юғарылыҡҡа ынтылған саптарҙарҙың ҡанаты бер ҡасан да талмаһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Сығанаҡ: “Һаҡмар” гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө