Белорет районында Роза Аккучукова исемендәге район үҙешмәкәр йырсылар конкурсы барлыҡҡа килде

Белорет районында Роза Аккучукова исемендәге район үҙешмәкәр йырсылар конкурсы барлыҡҡа килде

8 апрелдә Белорет районының Абҙаҡ ауыл Мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Роза Аккучукова исемендәге беренсе район үҙешмәкәр йырсылар конкурсы ойошторолдо. Конкурс йырсының хәтерен мәңгеләштереү, вокаль-башҡарыу оҫталығы традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау, үҙешмәкәр йырсылар араһында талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарылды.

Конкурста Белорет районынан һәм Межгорье ҡалаһынан 27 йырсы ҡатнашты.

- Конкурстың төрлө быуын вәкилдәрен йыйыуы ҡыуаныслы: иң йәш ҡатнашыусыға - 7, ә иң өлкәненә - 72 йәш, - тип билдәләне ойоштороусылар.

Был көндө сәхнәлә Роза Сабирйән ҡыҙының репертуарынан байтаҡ йырҙар яңғыраны, улар бөтәһенең дә яратҡан «Алтын балдаҡ», «Һин ултыртҡан муйыл» йырҙары. Шулай уҡ «Түрләк-тирәк», «Зөләйха», «Уралым» башҡорт халыҡ йырҙары һәм башҡалар яңғыраны.

Сығыштарҙы жюри рәйесе - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, БР Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына нигеҙ һалыусы Рәмил Ғәйзуллин, шулай уҡ  Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәзилә Салауатова һәм «Алтынай» халыҡ йыр ансамбле һәм Белорет ҡалаһы мәҙәниәт һарайының «Ләйсән» балалар йыр ансамбле етәксеһе Луиза Мөхөтдинова баһаланы.

Гала-концертта сәләмләү телмәре менән Абҙаҡ ауыл советы башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, Белорет районының Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова һәм БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов сығыш яһаны.

Белорет районында Роза Аккучукова исемендәге район үҙешмәкәр йырсылар конкурсы барлыҡҡа килде
Белорет районында Роза Аккучукова исемендәге район үҙешмәкәр йырсылар конкурсы барлыҡҡа килде
Белорет районында Роза Аккучукова исемендәге район үҙешмәкәр йырсылар конкурсы барлыҡҡа килде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb