Белорет районында өсөнсө тапҡыр “Кәкүк сәйе” район байрамы үтте

Белорет районында өсөнсө тапҡыр “Кәкүк сәйе” район байрамы үтте

Белорет районының Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы биләмәһендә өсөнсө тапҡыр “Кәкүк сәйе” район байрамы үтте.

Этно-байрам Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының тәбиғәттә иң серле ҡош булып һаналған кәкүккә, уға бәйле легендаға арналған иҫ китмәле матур театрлаштырылған тамашаһынан башланды.

“Кәкүк сәйе” район этно-байрамының төп өлөшөн иһә барыһы ла түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Иң яҡшы кәкүк костюмына, бейеүенә, йырына, тотемына, сәй рецебына, бутҡаһына, сувенирына иғлан ителгән конкурстарҙа Шығай, Рысыҡай, Сосновка, Үҙәнбаш, Сермән, Әзекәй, Ҡоҙғон-Әхмәр, Аҙналы, Йөйәк, Мөхәмәт, Бирҙеғол, Ғәбдѳк ауыл клубтарынан бихисап конкурсант һынау тотто.

“Иң яҡшы кәкүк костюмы”н асыҡлауҙы күҙ уңында тотҡан дефилелә жюри хөкөмөнә йәмғеһе ун бер костюм тәҡдим ителде.


“Иң яҡшы кәкүк сәйе рецебы”, “Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы” конкурстарында мәртәбәле жюри ағзаларына айырыуса ҡыйынға тура килгәндер. Шифалы үләндәрҙең һәр ҡайһыһын, атап әйткәндә, мәтрүшкә, ҡарағат, сейә, төрлө еләктәрҙең япраҡтарын, боланутты, аҡ сәскәне файҙаланып әҙерләнгән хуш еҫле ҡайнар сәйҙәрҙең ниндәй генә төрө юҡ ине өҫтәлдәрҙә! Шығай, Ҡоҙғон-Әхмәр, Рысыҡай, Үҙәнбаш, Сермән ауылдары сәйҙәренең тәме, ҡуйылығы, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ.

 Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының аш-һыуға маһир алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары туғыҙ төрлө ярманан бешергән телде йоторлоҡ бутҡалары, шулай уҡ Мөхәмәт, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылдарының конкурсҡа ҡуйылған ҡайнар ризыҡтарына ла юғары баһалар алды.

“Иң яҡшы кәкүк костюмы” номинацияһында Сермән, Шығай һәм Аҙнағол ауылдарынан килгән оҫталар иң-иңдәре тип табылһа, “Иң яҡшы кәкүк бейеүе”н Рысыҡай һәм Сосновка ауыл мәҙәниәт йорттары башҡарҙы. “Иң яҡшы кәкүк йыры”н Ҡоҙғон- Әхмәр ауыл мәҙәниәт йортонан Зәлифә Фазлетдинова йырлап ишеттерһә, “Иң яҡшы тотем” номинацияһы еңеүселәре тип, Шығай һәм Аҙнағол ауылы маһирҙары билдәләнде.

“Иң яҡшы кәкүк сәйе рецебы” менән Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы, шулай уҡ Ҡоҙғон-Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто ҡатын-ҡыҙҙары бүлешһә, “Иң тәмле кәкүк бутҡаһы” йәнә Шығай, Ҡоҙғон-Әхмәр һәм Мѳхәмәт ауылдары уңғанбикәләре тарафынан бешерелгән.

Иң яҡшы сувенир” ярышында ла иң күп мәрәйҙе шығайҙар, унан ҡала әзекәйҙәр йыйҙы. Еңеүселәр сағыу дипломдар менән билдәләнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb