Белорет районының Асы ауылында Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған сара үтте

Белорет районының Асы ауылында Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған сара үтте

Белорет районының Асы ауылында  мәшһүр сәхнә оҫтаһы, башҡорт сәнғәтен ил кимәленә күтәргән, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған ҙур байрам үтте.
Тантанаға абруйлы ҡунаҡтар, Асыла тыуып үҫеп, хәҙер инде сит яҡтарға таралышҡан барса ауылдаштар йыйылды. Улар араһында башҡорт сәхнәһе алиһәһе, данлыҡлы яҡташыбыҙ Гѳлли Арыҫлан ҡыҙы Мѳбәрәкованың да булыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.

 Арыҫлан Ҡотләхмәт улының бюсына сәскәләр бәйләме һалыу, күренекле сәнғәт әһеленең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергән музей буйлап экскурсия ойошторолдо. Һәләтле рәссам Минсур Иҡсановтың тыуған яҡ тәбиғәтенә арналған ғәжәп матур экспозицияһы ла халыҡ күңеленә хуш килде.

Гөлли Мөбәрәкова музей фондына “Салауат Юлаев” фильмы кадрынан фото бүләк итте.
Байрамдың иң күңелле, йәнле ѳлѳшѳ Иҫке Ҡышлау ерендә дауам ҡылды. Ул Зөһрә Түлебаева башҡарыуында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тигән йыр менән башланып китте.

 Асы ауыл хакимиәте башлығы Венер Ғариф улы ауылдаштарын байрам менән ҡотлағандан һуң, һүҙҙе Гөлли Арыҫлан ҡыҙына тапшырҙы. Ул ауылдаштарына сикһеҙ рәхмәтен белдереп, алдағы көндәрҙә барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләне. Хакимиәт башлығы Гөлли Арыҫлан ҡыҙына иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Йыйынды әҙерләүселәр байрам юғары кимәлдә үтһен өсөн күп көс һалды. Ҙур сәхнә, һырғауыл, ҡул һәм бил көрәше, волейбол, тоҡ менән «Асы ере - изге ер» тигән йыр менән башланды мәшһүр сәхнә оҫтаһы, башҡорт сәнғәтен ил кимәленә күтәргән, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған ҙур байрам.

Йүгереү, көйәнтәләп һыу ташыу, балалар өсөн тѳрлѳ уйындар - барыһы ла урынына еткерелеп ойошторолған. Асы ауылы тырыш кешеләре менән данлы. Шуға күрә номинациялар ҙа күп булды: “Өлгөлө йорт”еңеүселәре - Рәйсә һәм Гәрәй Мѳхәрләмовтар, Алһыу һәм Риф Мѳхәмәткилдиндар, Раушания һәм Хәниф Ғәйфуллиндар; “Өлгөлө ғаилә” - Зәйтүнә һәм Йәмил Саҙретдиновтар, “Күп балалы ғаилә” - Динә һәм Рөстәм Иҙрисовтар, "Үҙенсәлекле баҡса" - Ләлә Ильясова, “Хәстәрлекле олатай” - Ишдәүләт Фәтҡуллин, “Иң оло кеше” - Йәмилә Сибәғәтова, ә Гѳлнара менән Азат Ғүмәровтарҙың Салауат исемле малайҙары “Иң кесе бала” номинацияһында билдәләнде. Һәр береһенә, йыр йәки бейеү менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Асы ауыл мәҙәниәт йортоноң һәләк шәп йырсы-бейеүселәре, нәфис һүҙ оҫталары, саҡырылған сәхнә йондоҙҙары күңелдәрҙе оторо елкендереп, дәртләндереп ебәрҙе. Артистар менән бер рәттән ҡунаҡтар ҙа үҙ һѳнәрен күрһәтте. Сибай егете Илшат Нурмѳхәмәтовтың аһәңле ҡурай моңдары кѳслѳ алҡыштарға күмелде.  “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле солистарының йырҙары байрамға тағы ла бер биҙәк өҫтәне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb