Белорет районының Аҙналы ауылында Шәжәрә байрамы уҙҙы

Белорет районының  Аҙналы ауылында Шәжәрә байрамы уҙҙы

Яңыраҡ Белорет районының  Аҙналы ауылында тамырҙарын барлау, төйәгенә ҡарата һаҡсыл ҡараш, ғаилә- ара туғанлыҡ ептәрен тағы ла ныҡлыраҡ нығытыу маҡсаты менән Әхмәтшиндар, Әпҡәдировтар, Маға зовтар, шау-гөр килеп, Шәжәрә байрамын уҙғарҙы.

 Фамилиялары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, бер нәҫелдән таралған балалар бер май-ҙанға йыйылды. Тамырҙары то тош илебеҙгә таралған, оҙаҡ йылдар күрешмәгән туғандар, донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, байрамға килеп еткән.

Бүртәй йылғаһы буйындағы яланда милли, матур кейемдәрҙә йәше-ҡарты, бала- саға. Ҡаҙандар аҫылған, Әхмәтша нәҫеленең уңған ҡатын-ҡыҙҙары, йәш-елкенсәге, килендәре һый- хөрмәт әҙерләй. Сәхнә янында бай күргәҙмә ойошторолған, йыйындың төп документы - шәжәрә төшөрөлгән ҙур баннер эленгән. Төрлө стендтар, фоторәсемдәр береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Унда һәр кем яҡынының, туғанының фоторәсемен күреп ҡалырға тырышты.

 

Архивта ете быуын ата-бабаларының исеме генә түгел, уларҙың ырыу- тамғалары ла табылған. Улар нигеҙендә ысынбарлыҡ асыҡланған. “Быға тиклем үҙебеҙҙе тамъяндар тип уйлай инек. Архивта һаҡланған документтар дөрөҫлөк индерҙе. Боронғо метрика китабында олатайыбыҙ үҙенең тамғаһы менән ырыуын яҙып үткән. Ҡоҙғон-ҡатай ырыуынан Һурпылар араһы вәкилдәре беҙ”, - тине байрамды ойоштороусы Наил Үзбәк улы Әхмәтшин. 
Ә нәҫел ағасын - шәжәрәне төҙөүгә Рафиҡ Үзбәк улы Әхмәтшин күп көс һалған. Архив материалдарында күп эҙләнергә тура килә уға.

Нәҫел башлыҡтары - Зинаф, Әсҡәт, Наил Әхмәтшиндарға, Рамазан Әпҡәдировҡа, Ҡадир Маға-зовҡа, Төмән ҡунағы - Рәзифә Шәрәфетдиноваға һәм байрамды мәҙәни яҡтан биҙәүгә тос өлөш индергән Илнур Әхмәтшинға шәжәрәләр бүләк итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb