Белорет районының Егәҙе ауылында Мәҙәниәт йорто асылды

Белорет районының Егәҙе ауылында Мәҙәниәт йорто асылды

Белорет районының Егәҙе ауылында 900-гә яҡын кеше йәшәй. Ауыл халҡы йыр-моңға маһир, һәләтле. Клубта төрлө йүнәлештәге туғыҙ түңәрәк эшләй. Әммә быға тиклем егәҙеләрҙе мәҙәниәт усаҡтарының торошо борсой ине.  Ошо көндәрҙә ауыл халҡы шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – капиталь ремонттан һуң яңыртылған клуб ишектәрен асты. Егәҙеләрҙәң шатлығын уртаҡлашырға район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин килде. Ул мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәндәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb