Мәҙәниәт усаҡтары ауыл ерендә халыҡты бер ергә туплап, матур башланғыстарға әйҙәп торған уртаҡ йорт. Нәҡ ошонда ауылдаштар бергә йыйыла, дөйөм мәнфәғәттәре буйынса фекер алышып, уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итә. Телебеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап тороусы ла ул был усаҡтар. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа дәүләт тарафынан ауыл клубтары эшмәкәрлеген үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә башланы.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының халыҡ тормошон сифатлы һәм лайыҡлы итеүгә йүнәлтелгән «Реаль эштәр», «Урындағы инициативаларға ярҙам итеү», «Урындағы мәҙәниәт йорто» программаларына ярашлы, күп кенә ауылдаштар мәҙәниәт усаҡтарын тәртипкә килтерҙе, заманса ҡорамалдар, йыһаздар һатып алды. Башлыса, нәҡ ауылдарҙа милләттәштәребеҙ көн күрә, киләсәктә абруйыбыҙҙы, бәҫебеҙҙе күтәрәсәк яңы милли быуын тәрбиәләнә. Шуға ла ауылдаштарҙың замандан артта ҡалмай бар ерҙә лә өлгөрлөк, етеҙлек күрһәтеп, мәсьәләне аңлап эш итеүе бары тик һоҡланыу ғына уята.
Белорет районының Сермән ауылы халҡы ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Мәҙәниәт йорто "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының "Урындағы мәҙәниәт йорто" федераль проектында ҡатнашып, матди ярҙам алыуға иреште. Берҙәм көс менән ҙур ремонт эштәрен атҡарып сыҡты мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.
Матди-техник базаны яҡшыртыу менән бергә үҙәк үҙенең статусын да үҙгәртте, хәҙер ул Сермән социаль- мәҙәни үҙәге базаһындағы күп тармаҡлы ауыл клубы тип атала. Бүленгән аҡсаға быға тиклем хәл ителмәгән бик күп төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, яҡтыртыу, тауыш ҡоролмалары, уйын ҡорамалдары, сәхнә кейемдәре алынды. Шулай уҡ бында спорт-һауыҡтырыу майҙансығы, балалар бүлмәһе, тауыш яҙҙырыу студияһы булдырыу ҙа мәҙәниәт усағына заманса төҫ бирҙе.
Өс меңдән ашыу халыҡ йәшәгән Сермәндә күп тармаҡлы клуб асыу райондың башҡа мәҙәниәт йорттары өсөн дә шатлыҡлы булды, сөнки бында тауыш яҙҙырыу студияһы ла асылды. Хәҙер бында аранжировкалар, фонограммалар яҙҙырыу өсөн уңайлы мөмкинлектәр бар. Студияла «Елмерҙәк» этно- рок төркөмө репетициялар уҙғара. Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры А.А. Алибаков та үҙенең эш сәфәре барышында Сермәндә күп тармаҡлы үҙәк асыуҙы юғары баһаланы һәм яҡын араларҙа уҡ бында республика кимәлендәге төрлө семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә кәңәш итте. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт идаралығынан белдереүҙәренсә, был эштәр планлаштырылған да инде.
Был хаҡта тулыраҡ танышыр өсөн ошо һылтанма буйынса үтегеҙ: http://ural-rb.ru/2327-mnit-bar-er-tormosh-grly.html