Яңы йыл алдынан Белорет районының Үткәл ауылы халҡы ҙур бүләк алды - яңыртылған мәҙәниәт усағы сафҡа инде. Ауыл халҡы был тантананы ун йылдан да ашыу өмөтләнеп көттө.
Ауылдың уртаһында урынлашҡан мәҙәниәт усағы халҡыбыҙҙың изге төҫө булып һаналған йәшел төҫкә мансылып, әллә ҡайҙан балҡып, күңелдәргә нур һибеп күренеп тора. Клуб эсе яҡтырып, йәмләнеп киткән. Ингән урында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең төрлө конкурстарҙа яулаған дипломдары эленгән, “Беҙҙең ижади коллективтар” тигән стенд иғтибарҙы йәлеп итә. Оҫта инәй- апайҙарҙың ҡул эштәренән сағыу күргәҙмә эшләнгән. Эске яҡ тулыһынса яңы төҫ алған, сәхнә, түшәм, иҙәндәр, тамаша залында ҡуйылған көрән төҫтәге яңы креслолар ҙа бөхтәлек, матурлыҡ өҫтәй. Мәҙәниәт усағы иркен, төрлө концерттар, кисәләр ойоштороп, гөрләтеп эшләргә генә ҡала.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов йыйылыусыларҙың барыһын да байрам менән ҡотлап, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһын Үткәл клубы директоры Мәҙинә Йомағужинаға һәм клубты яңыртыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта атҡарған төҙөлөш компанияһы етәксеһе Юрий Домнинға тапшырҙы.
- 500-ҙән артыҡ кеше йәшәгән Үткәл ауылында, һис шикһеҙ, заман шарттарына тап килгән ыҡсым һәм матур клуб булырға тейеш ине. Үткәл халҡы клуб төҙөү мәсьәләһен һәр саҡ күтәреп килде. Үткән йыл беҙ уларға ошо проблеманы хәл итергә вәғәҙә бирҙек һәм әйткән һүҙебеҙҙә торҙоҡ. Үткәл мәҙәниәт йортон яңыртыуға 3 млн. һум аҡса бүленде. Мәҙәниәт усағының тап яңы йыл алдынан асылыуы шатлыҡлы күренеш. Үткәлдә дәртле, йыр- моңға маһир халыҡ йәшәй, клуб киләсәктә гөрләп эшләһен. Мәҙәни саралар ғына түгел, төрлө йыйылыштар, һайлау саралары ла ошонда үтер, тип ышанам. Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов та мәҙәниәткә ҙур иғтибар бирә. Беҙ мәҙәниәтте үҫтереү һәм һаҡлау өсөн яҡшы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Артабан да халыҡ мәнфәғәтендә уңышлы эшләүегеҙҙе теләйбеҙ, - тине Владислав Геннадьевич.