«Беренсе республика» фильмы «Алтын тәлинкә» премияһына дәғүә итә

«Беренсе республика» фильмы «Алтын тәлинкә» премияһына дәғүә итә

Булат Йосоповтың «Беренсе республика» фильмы «Алтын тәлинкә»  1-се төбәк-ара кинопремияһының «Иң яҡшы композитор» номинацияһына (Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Рөстәм Сабитов) һайлап алынды.

Лауреаттарҙы ҡотлау тантанаһы 27 августа, Рәсәй киноһы көнөндә «Сәйҙәш» мәҙәни үҙәгендә үтәсәк. Кинопремияның приз фонды 1 300 000 һәм тәшкил итә.

Кинокартина былтыр «Алтын тәлинкә» кинопремияһының «Халыҡ һөйөүе» номинацияһында еңеп, 300 000 һәмлыҡ премияға лайыҡ булғайны. Бүләкләү тантанаһы 2019 йылдың 27 декабрендә үтте.

«Алтын тәлинкә» кинопремияһының авторы һәм идея етәксеһе – «Кино ваҡыты» кинопроектарға ярҙам итеү һәм фестивалдәрҙе ойоштороу дирекцияһы. Проект Президент граттары фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb