«Беренсе республика» фильмы халыҡ-ара кинофестивалгә йыйына

«Беренсе республика» фильмы халыҡ-ара кинофестивалгә йыйына

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Булат Йосоповтың «Беренсе республика» нәфис фильмы XII Чебоксар халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнашыу өсөн саҡырылған.

XII Чебоксар халыҡ-ара кинофестивале 20-24 майҙа Сыуашстандың баш ҡалаһында уҙа. Фестиваль этник һәм төбәк киноһына арналған.

10 йыл эсендә кинофорум кино белгестәре, режиссерҙар һәм актерҙар араһында популярлыҡ яуланы, уға тиҫтәләрсә мең тамашасы килде. Төрлө йылдарҙа кинофестивалдә Эльдар Рязанов, Ирина Муравьева, Лидия Федосеева-Шукшина, Михаил Ефремов, Ирина Скобцева-Бондарчук, Дмитрий Астрахан, Борис Грачевский, Алексей Герман (кесеһе), Юрий Грымов, Сергей Фетисов, Никита Высоцкий, Алексей Нилов, Семен Фурман, Григорий Гладков, Лиза Боярская, Дмитрий Харатьян, Инна Чурикова, Глеб Панфилов, Александр Панкратов-Черный һәм Рәсәй, Ҡаҙағстан, Эстония, Грузия, Азербайжан, Белоруссия, Сербия, Бөйөк Британия, Франция, Болгария, Финляндия, Һиндостан, АҠШ-тан башҡа бик күп актерҙар, режиссерҙар ҡатнашты.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb