«Беренсе Республика» фильмы киң прокатҡа сығарыла

«Беренсе Республика» фильмы киң прокатҡа сығарыла

Кисә,5 мартта «Беренсе Республика» фильмы Өфөнөң "Родина" кинотеатрында бөгөн тамашасы хөкөмөнә Булат Йосопов режиссерлығында төшөрөлгән кинотаҫма күрһәтелде.

Картинаны ҡарау әлегә ябыҡ форматта үтте. Тәүгеләрҙән булып уны фильм актерҙары, ижади төркөм һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡараны. Фильм киң прокатҡа 17 мартта сығыр тип көтөлә.

Ваҡиғаларҙа Совет иленең тәүге республикаһын төҙөүҙә һәм артабан уның үҫешендә ҡатнашҡан билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалим, яҙыусы һәм композиторҙар һүрәтләнә. Улар араһында Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндар, Дауыт Юлтый, Ғәзиз Әбделмәнов, Зәйтүнә Бикбулатова кеүек тарихи шәхестәр бар. Һәр образды, картинаны ысынбарлыҡҡа тап килтереү өсөн авторҙар бар көсөн һалырға тырышҡан.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb