«Беренсе республика» фильмы Мәскәү тамашасыһына тәҡдим ителде

«Беренсе республика» фильмы Мәскәү тамашасыһына тәҡдим ителде

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сара илебеҙҙең баш ҡалаһының милләттәр йортонда үтте. Мәскәү тамашасыһына "Беренсе республика" фильмы тәҡдим ителде.

Фильм яҙмышы Башҡортостан менән бәйле булмаған замандаштарыбыҙ өсөн дә файҙалы. Кинотаҫтама Рәсәйҙең иң ҡыҙыҡлы һәм ҡеүәтле төбәктәренең береһе тураһында яңы мәғлүмәт сығанағы ла.

“Беренсе республика” фильмы республика башлығы грантына төшөрөлдө. 

"Беренсе республика"- Башҡортостандағы 1920-1956 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Сценарий авторҙары - Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова, режиссеры Булат Йосопов. Ролдәрҙе театр актерҙары башҡара. Фильмдың нигеҙендә сәйәси репрессияға дусар булыусыларҙың яҙмыштары.

Башҡортостанда ауыр шарттарға ҡарамай театр ойоштороусылар, уларҙың беренсе актерҙары, әҙәбиәт, матбуғат һәм башҡа тарихи ваҡиғалар тулы дөрөҫлөгөндә күрһәтелә. Фильмға дәүләт ҡаҙнаһынан 9 миллион һум аҡса бүленгән.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb