"Беҙ йәшәү өсөн" хәйриә күргәҙмәһе мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тормошта үҙҙәрен раҫлаусы проект булып тора

"Беҙ йәшәү өсөн" хәйриә күргәҙмәһе мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тормошта үҙҙәрен раҫлаусы проект булып тора

Өфө художество галереяһында хәйриә күргәҙмәһе асылды, төрлө жанрҙа эшләнгән меңгә яҡын һынлы һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөһө менән танышырға була. Күргәҙмә залдарындағы матурлыҡ - мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ижад емештәре тәҡдим ителгән.

Экспозицияларҙа ағастан юнып, семәрләп эшләнгән сувенирҙарҙы, һоҡландырғыс картиналарҙы, бисер, туҡыма ҡулланып башҡарылған панноларҙы, милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтарҙы күрергә мөмкин.

Унда меңдән ашыу экспонат ҡуйылған. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм өлкәндәр был эштәргә бар һәләтен һәм күңел йылыһын һалған. Уларҙың мөмкинлектәре сикле булһа ла, йәшәүгә ынтылыштары ҙур. Һигеҙ йыл дауамында акция ауыр тормош хәленә ҡалыусыларҙы берләштерә. Күргәҙмәгә ҡуйылған экспонаттар араһында Ленинград блокадаһын үтеүсе Жанна Валадимировна Розенблюмдың да эштәре бар. Ауыр һуғыш ҡамауынан иҫән ҡалған ханым Ер йөҙөндә һуғыш булмаһын тигән теләктә.

Башҡортостан хаҡлы ялдағы ветерандарҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы аяуһыҙ яуҙарҙа һәләк булған һалдаттарҙың исемен мәңгеләштереү өлкәһендә мөһим эш алып бара. Бөгөнгө сарала уларҙың ғаиләләрен яҡлау, яуҙа инвалидлыҡ алғандарҙы ҡурсалау, илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булғандарҙы онотмау маҡсатында мәҡәләләр, очерктар әҙерләү, иҫән ветерандар менән йышыраҡ осрашыуҙар үткәреү, шефлыҡ итеү мәсьләләре лә ҡаралды. Сара һуңында ветерандар Еңеү колонналарына үҙ теләктәрен яҙҙы.

Күргәҙмәләге матурлыҡ менән 22 июлгә тиклем танышырға була.

Инеү ирекле. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb