Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Беҙҙең заман моңдары» исемле альбом-китап донъя күрҙе. Был үҙенсәлекле баҫма популяр эстрада артистары Асия һәм Илфак Смаковтарҙың тормошона һәм ижадына бағышланған.
Илфак Смаков — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазинаның уҡыусыһы. Ул утыҙ йыл самаһы Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы булып эшләй, әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара. Матур тауышы һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен, халыҡ йырҙарын башҡарыуы менән меңдәрсә тыңлаусыны әсир итә. Илфак Смаков башҡарыуындағы йырҙар республика вокал сәнғәтенең алтын фондына ингән. Артистың ғүмере 1993 йылда, ижады сәскә атҡан мәлдә, өҙөлә. Илфак Смаковтың тормош иптәше Асия Смакова уның иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индерә.