20 апрелдә «Библиотөн» Бөтә Рәсәй акцияһы Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалаларында уҙғарыла. Республиканың бөтә китапханалары ла уҡыусылар өсөн бай программа әҙерләгән. Сара Театр йылына арналып уҙғарыла. Саралар киске сәғәт 6-ла башлана.
Үҙ уҡыусылары өсөн китапхана учреждениелары сағыу программа планлаштырған. Автограф-сессиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре менән бер рәттән билдәле рәссам, яҙыусы, сәйәхәтсе, һөнәрсе, ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм документаль фильмдар күрһәтеләсәк. Шулай уҡ балалар өсөн йәнһүрәт, театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителәсәк.
Был кисен республиканың бөтә китапхана майҙансыҡтарында фото-күргәҙмәләр, фотосессиялар, буккроссинг, белгестәр турниры, квесттар, викториналар, флешмоб, уҡыу буйынса чемпионат үтәсәк.
Рәсәй федерацияһы президенты менән иғлан ителгән Театр йылында Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Библиотөн» тематик саралар үткәреүгә айырым баҫым яһай һәм театрҙар эшмәкәрлегенә арналған саралар уҙғара.
«Библиотөн» киске 18.00 сәғәттә башлана. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был кистә дүрт майҙансыҡ эшләйәсәк – ул Милли китапхананың төп корпусында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4), Чижов сауҙагәр йорто (2 корп, Октябрь революцияһы урамы, 10), Үҫмерҙәр үҙәге (Өфө, Октябрь Проспекты, 62/2) һәм балалар уҡыу үҙәге (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 203).
Акция ижади үҙешмәкәр артистары концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланасаҡ.
«Библиотөн» Бөтә рәсәй акцияһы беренсе тапҡыр 2012 йылда башланғыс алды, шул ваҡыттан башлап ул йыл һайын уҙғарылып килә.
Сараның маҡсаты-китап уҡыуҙы йәшәү рә-ешенә әүерелдереү, уҡыусыларҙы китапханаларға ылыҡтырыу, әҙәби процесс үҫешенә булышлыҡ итеү.