Быйыл «Библиотөн» Бөтә Рәсәй социаль-мәҙәни акцияһы 21 апрель көнөнә билдәләнгән.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сараға бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Әҙәби уҡыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ.
Лекциялар, китап йәрминкәләре һәм яҙыусылар менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ.
Башҡаланың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала дүрт майҙансыҡ эшләйәсәк: төп корпуста (Ленин урамы, 4), икенсе корпуста (Октябрь революцияһы урамы, 10), Үҫмерҙәр (Октябрь проспекты, 62/2) һәм балалар уҡыу үҙәктәрендә (Менделеев урамы, 203).
Программала : «Ғаилә менән бер сәғәт ял» тигән әңгәмә һәм бейеүсе Урал Мортазиндың бәхетле ғаиләһе өсөн «Ғаилә формулаһы йәки бәхеттең 100 рецебы» байрамы, «Легендаға тиң ғүмер» түңәрәк өҫтәле – Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтар менән осрашыу.
Шулай уҡ 3D форматында социаль видеороликтар, фильмдар һәм йәнһүрәттәр күрһәтеү ҡаралған, «Ирекмән бул, үҙ юлыңды һайла!» ирекмәндәр проекты менән танышыу ойоштороласаҡ.