Билдәле шағирә, байтаҡ йыр һүҙҙәренең авторы Кәүсәриә Шафиҡова арабыҙҙан китте

Билдәле шағирә, байтаҡ йыр һүҙҙәренең авторы Кәүсәриә Шафиҡова арабыҙҙан китте

Кисә 69-сы йәшендә билдәле шағирә, байтаҡ йыр һүҙҙәренең авторы Кәүсәриә Шафиҡова яҡты донъя менән хушлашты.

Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙай ҡыҙы 1949 йылдың 3 ғинуарында  Яңауыл районының Иҫәнбай ауылында тыуған. Яман сир һөҙөмтәһендә ете йәшендә хәрәкәтһеҙ ҡала. Ижадҡа тотоноуы уҙған быуаттың алтмышынсы йылдары аҙағына тура килә: тейешле белем алыуҙан мәхрүм булһа ла, үҙ аллы шөғөлләнеүе, күп уҡыуы, тормошҡа ышаныс һәм өмөт менән ҡарауы уның йөрәгендә илһам сатҡылары уята. Хис-тойғоларын тәүге тапҡыр шиғри юлдарға һалғанда уға ун ете йәш була. Уның тәүге әҫәре 1970 йылда Яңауыл районы гәзитендә донъя күрә, ә бер шәлкем шиғырҙары 1977 йылда Ҡазанда нәшер ителгән «Ҡыҙҙар тауышы» исемле йыйынтыҡҡа индерелә. Өфөлә «Йәш көстәр» альманахында 1984 йылда бер нисә шиғыры, тағы ла бер йылдан йәш шағирҙарҙың татар телендәге «Осҡондар» тупланмаһында «Был йыр һинең хаҡта» йыйынтығы уҡыусы хөкөменә тәҡдим ителә. Шунан һуңғы тиҫтә ярым йылдан артығыраҡ осорҙа Кәүсәриә Шафиҡованың Өфөлә ете, Ҡазанда өс, Нефтекама һәм Яңауылда ике йыйынтығы баҫыла. Һуңғы баҫмаларға әҙибәнең шиғырҙары һәм композиторҙар көй яҙған йыр текстары менән бер рәттән уның хикәйәләре һәм новеллалары ла ингән. 1995 йылда Өфөлә донъя күргән «Пар аҡ ҡош» һәм 2000 йылда Яңауылда сыҡҡан «Бөрөләр асылғанда» китаптары — Кәүсәриә Шафиҡованың тормош юлдашы, үҙенә оҡшаш яҙмышлы шағир Рәфис Мөхәмәтдинов (1960—2015) менән берлектәге ижад емештәре.

Шағир Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында нәшер ителгән «Арғымаҡ» журналының Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге конкурсының тәүге лауреаты, төрлө йылдар йомғаҡтары буйынса шундай уҡ исемде уға республикабыҙҙың күп кенә гәзит-журналдары, шул иҫәптән «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы ла биргән. Ул шулай уҡ Яңауыл районы хакимиәтенең Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы лауреаты, ҡала һәм райондың почетлы гражданы.

Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәренә Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары ике йөҙгә яҡын йыр яҙған. Шағирәне оло сәхнәгә алып сығыусы, уның шиғырҙарын көйгә һалып, халыҡҡа еткереүсе — билдәле композитор һәм йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Наил Шәймәрҙәнов. Алтмыштан артыҡ йыр — ике авторҙың моң даръяһындағы сирек быуатҡа яҡын дауамындағы ижади дуҫлыҡ һөҙөмтәһе. Был хеҙмәттәшлек, 1991 йылда яҙылған «Ҡайталар инде ҡыр ҡаҙҙары»нан башланып китеп, «Башҡортостан гөлө беҙ», «Их, алмаһы», «Ҡоштар китә», «Ике малай», «Балан тәлгәштәре», «Иҫән саҡта күрешәйек» һәм башҡа киң танылыу алған йырҙар менән дауам итә. «Дәрмән» төркөмө башҡарыуында йыш яңғыраған «Был минең ғорурлығым»ды айырым билдәләргә кәрәк.

Шағирә тураһында яҡты иҫтәлектәр халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb