Билдәле актер, педагог һәм драматург Илшат Йомағоловтың исеме мәңгеләштерелде

Билдәле актер, педагог һәм драматург Илшат Йомағоловтың исеме мәңгеләштерелде

Кисә 16 ғинуар көнө, билдәле актер, педагог һәм драматург Илшат Йомағоловтың исеме мәңгеләштерелде. Тыуыуына 85 йыл тулған көндәрҙә,  Өфөнөң С.Перовская урамы 19/2 йортонда РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Хәлил улы Йомағоловҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

 Сарала йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Илшат Хәлил улы Йомағоловтың туғандары, яҡындары, уның талантын һөйөүселәр, коллегалары һәм яҡташтары ҡатнашты. Илшат Йомағолов тураһында хәтирәләре, матур һүҙҙәре менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Өфө ҡалаһы Хакимиәте Башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев, актерҙың ҡатыны, уҡыусыһы, «Нәркәс» пьесаһы буйынса ҡуйылған спекталдә тәүге Нәркәс ролен башҡарыусы Рәмзиә Хисамовалар бүлеште. Иҫтәлекле таҡтаташ асылыу митингын театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов алып барҙы.

Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл 26 ғинуарҙа туласаҡ. Алдағы йома иһә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уның Хәтер кисәһе уҙғарыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb