Билдәле актер һәм режиссер Хөрмәтулла Үтәшев мәктәп уҡыусылары менән осрашты

Билдәле актер һәм режиссер Хөрмәтулла Үтәшев мәктәп уҡыусылары менән осрашты

Рәми Ғарипов исемендәге 1 се һанлы Башҡорт гимназия-интернатында аҙна һайын республикабыҙҙың бөйөк шәхестәре, шағирҙары һәм яҙыусылары менән бик фәһемле осрашыуҙар үтеп тора.

Күптән түгел  Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәми Ғарипов исемендәге премия, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Ғәззәли улы Үтәшев менән осрашыу ойошторолдо.

Хөрмәтулла Үтәшев уҡыусыларға М. Щепкин училищеһының актер бүлегенә уҡырға инеү һәм имтихандар хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланылар, үҙ һорауҙарына яуап алдылар, иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb