26 декабрь көнө М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаровҡа ордендар тапшырылды.Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәле актерҙарҙы хөкүмәт наградалары менән ҙурланы. Нурия Ирсаева — Халыҡтар дуҫлығы, Фидан Ғафаров Салауат Юлаев орденын алды.
«Аҡыллы, интеллектуаль һәм эрудициялы кешеләр, үҙ эшенең оҫталары тормошобоҙҙо биҙәй. Беҙҙе онотмағандары өсөн хөкүмәткә рәхмәт. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең тыуған күп милләтле халҡына 50 йылдан ашыу хеҙмәт иткәнем өсөн шатмын, ғүмерем аҙағынаса хеҙмәт итәсәкмен», — тине Фидан Ғафаров бүләкләү тантанаһында.