Билдәле балет артисы Юлай Ушанов иҫтәлегенә

Билдәле балет артисы Юлай Ушанов иҫтәлегенә

БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, билдәле бейеүсе, уҡытыусы Юлай Ғиниәт улы Ушанов 17 ғинуарҙа үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләр ине.
Был көндө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Сыңрау торна » балетын («Журавлиная песнь» Фәйзи Ғәскәров либреттоһы) уның яҡты иҫтәлегенә бағышлай. Үҙ ваҡытында тап ошо спектакль менән Юлай Ғиниәт улы Йомағол ролендә тамашасыларҙы хайран итә.
Юлай Ғиниәт улы Ушанов Башҡортостандың халыҡ артисы, атаҡлы сәхнә оҫтаһы, бейеүсе, ҡурайсы, Башҡорт академия драма театрының тәүге быуын артистарының береһе Ғиниәт Ушанов ғаиләһендә Кушнаренко районы Шәрип ауылында 1946 йылдың 17 ғинуарында донъяға килә.
1961-64 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эргәһендәге балет студияһында уҡый (педагогтары Ф.М. Саттаров, Х.Ғ. Сафиуллин, Ф. Н. Әхмәтшин).
Пермь хореография училищеһын (1967) тамамлағандан алып 1988 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. 1991 йылда Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы асылғас унда уҡыта башлай. Уның бейеү сәнғәте һығылмалылыҡ, камил техника һәм күркәм башҡарыу менән айырылып тора. Тәбиғәттән бирелгән музыкаль тойомлау уға стилистик яҡтан дөрөҫ, баҙыҡ образдар тыуҙырырға мөмкинлек бирә.
Төп партиялары: Айтуған («Яратам һине тормош» дебют, 1967), Йомағол («Сыңрау торна»), Альберт («Жизель», А. Адан), Базиль («Дон Кихот» Л. Ф. Минкус), Вацлав, Гирей («Баҡсаһарай фонтаны» - «Бахчисарайский фонтан» Б.В. Афасьев), Дезире («Йоҡоға талған һылыу» - «Спящая красавица», П.И. Чайковский) һ.б.
Юлай Ушанов 2002 йылдың 2 февралендә вафат була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb