Билдәле башҡорт опера йырсыһы Хәбир Ғәлимовҡа арнап нәшер ителгән китап презентацияланды

Билдәле башҡорт опера йырсыһы Хәбир Ғәлимовҡа арнап нәшер ителгән китап презентацияланды

Кисә, 28 майҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билдәле опера һәм эстрада йырсыһы Хәбир Ғәлимовҡа арнап китап нәшер ителгән китаптың исем туйы үтте. Сарала йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре ҡатнашты. Китапты төҙөүсе һәм баҫтырып сығарыу өсөн күп көс һалған, йырсының ҡыҙы-билдәле пианистка, педагог Земфира Ғәлимова. Кисә барышында  театрҙың билдәле йырсылары, заманында Хәбир Ғәлимов башҡарған операларҙан ариялар яңғыратты.

Хәбир Ғәлимов-Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһын тамамлаған тәүге башҡорт йырсыһы. 1938 йылдың декабренән алып сәхнәлә сығыш яһай. 1954 йылда "Салауат Юлаев" операһы премьераһында төп роль - Салауатты уйнай. Хәбир Ғәлимов "Былбылым", "Урал", "Буранбай" кеүек 150-нән ашыу башҡорт халыҡ йырҙарын яттан белгән.

«Тауыш — минең хеҙмәт ҡоралым. Мин халыҡҡа сәнғәт аша хеҙмәт итәм. Ә сәнғәт — халыҡтыҡы. Шулай булғас, минең тауышым да халыҡтыҡы ул», — тип әйтер булған йырсы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb