Билдәле бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина Грозный ҡалаһында үткән Х халыҡ-ара фестиваль еңеүсеһе булып танылды

Билдәле бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина Грозный ҡалаһында үткән Х халыҡ-ара фестиваль еңеүсеһе булып танылды

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Миләүшә Хәйбуллина Грозный ҡалаһында үткән Мәхмүд Эсамбаев исемендәге Х халыҡ-ара фестиваль еңеүсеһе булып танылды.

Ул “Яңғыҙ бейеү” номинацияһында беренсе урынды яуланы.

Ике турҙа үткән конкурста Миләүшә башҡорт лирик бейеүе “Заһиҙә”не һәм “Лязги” хорезм бейеүен башҡарҙы.
Фестиваль Грозный ҡалаһының барлыҡҡа килеүенә 200 йыл тулыуға арналды.

Унда донъяның 12 иленән, Рәсәйҙең 27 төбәгенән 138 бейеүсе ҡатнашты, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb