Мәғлүм булыуынса, күптән түгел, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә һөнәри ҡаҙаныштары өсөн билдәле бейеүсе, талантлы педагог Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы 1957 йылдың 1 октябрында Өфө ҡалаһында тыуған. 1996 йылда Рәсәй театр сәнғәте Академияһын (педагогтары Е. П. Валукин һәм Л. М. Таланкина) тамамлай. 1973 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, ә 1991 йылдан — педагог-репетиторы. 2004 йылдан Көнсығыш экономик-гуманитар академияла, ә 2008 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта.
Бейеү партиялары: «Азамат», «Арагон хотаһы», «Бөрйән ҡыҙҙары» («Бурзяночки»), «Дуҫлыҡ» («Дружба»), «Ете кыҙ», «Заһиҙә» (ҡара «Мөғлифә»), «Ҡумыҙ менән бейеү» («Танец с кубызом») һәм башҡалар.
Гүзәл Рәшит ҡыҙы -БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1989), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998) исемдәренә лайыҡ.