Билдәле драматург, журналист һәм публицист Сәғит Мифтаховтың тыуыуына 110 йыл

Билдәле драматург, журналист һәм публицист Сәғит Мифтаховтың тыуыуына 110 йыл

Мифтахов Сәғит Мифтах улы — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы, драматург, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәғит Мифтахов 1907 йылдың 10 ғинуарында  Өфө губернаһының Ҡыҙылъяр ауылында  урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында башланғыс белем ала һәм 1919 йылда Өфөләге уҡытыусылар курсында уҡый. 1922 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлкә совет-партия мәктәбен тамамлай. 1923 йылда Мәскәүҙәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик университетына (КУТВ) уҡырға ебәрелә. Бер ни тиклем ваҡыт Ульяновск өлкәһе Мәләкәс ҡалаһында ВЛКСМ-дың өйәҙ комитеты секретары булып эшләй. Шунда 1925 йылда КПСС ағзалығына алына. Университетты уңышлы тамамлағандан һуң Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә һәм комвузда ижтимағи фәндәр уҡыта. 1930 йылда КПСС-тың Баймаҡ район комитетының культура һәм пропаганда бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Бында ул тәү башлап «Ҡыҙыл Баймаҡ» тигән район газетаһын сығарыуҙы юлға һала. 1935 йылдан С. Мифтахов Өфө ҡалаһы берләштерелгән дәүләт театрҙарының (Башҡорт академия һәм урыҫ драма театрҙары) директоры булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөндә үк үҙе теләп һуғышҡа китә һәм 1942 йылдың февраль айында батальон комиссары С. Мифтахов батырҙарса һәләк була. Уның тәүге «Пандар илендә» тигән драмаһы 1929 йылда сәхнәлә ҡуйыла, «Һаҡмар», «Урал ҡаны», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Зимагорҙар», «Ялан ҡыҙы» драмалары, «Күктән төшкән Хөрәйрә» комедияһы, «һаҡмар» һәм «Аҡбуҙат» либреттолары әле булһа театрҙар сәхнәһендә ҙур уңыш менән ҡуйылалар. Яҙыусы тамамлаған «Блюхер рейды», «Бөйөк шквал» кеүек драмалары сәхнәлә күрһәтелеүгә насип булманы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb