Бөгөн билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Үткер күҙле фото оҫтаһы йәнтөйәгебеҙҙә уҙғарылған һәр мөһим сараның үҙәгендә һәр саҡ ҡайнаны.
Рәмил Исмәғил улы, рәссам күҙе менән күреп, эләктереп өлгөргән кадрҙарында республикабыҙҙың, илебеҙҙең тарихын сағылдырҙы. Башҡортостандың халыҡ рәссамы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов яратҡан шөғөлөнә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышланы. Ошо дәүер эсендә ул ер-һыуыбыҙҙы арҡырыһынан буйына йөрөп сыҡҡан, бынан тыш, бик күп илдәрҙе лә гиҙгән. Фотоһүрәттәре Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Астанала, Баҡыла, Минскиҙа, Истанбулда, Анкарала, Ҡаһирәлә, Римда, Парижда, Дрезденда, Берлинда һәм башҡа төбәктәрҙә шәхси күргәҙмәләрендә ҡуйылды.
Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улы- Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтов 1949 йылдың 10 сентябрендә Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылында тыуған.
1987 йылда Мәскәү мәҙәниәт институтын тамамлай. 1976 йылдан «Ағиҙел» кинофотоклубында бүлек мөдире, 1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы, 2004 йылдан алып — Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлеге рәйесе вазифаһын башҡарҙы.
Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Башҡорт дәүләт филармонияһында 11.00 сәғәттә уҙасаҡ.