Билдәле француз этник төркөмө "Deep Forest" яңы альбомының исем туйын уҙғарырға йыйына

Билдәле француз этник төркөмө "Deep Forest" яңы альбомының исем туйын уҙғарырға йыйына

Билдәле француз этник төркөмө "Deep Forest" яңы альбомының исем туйын уҙғарырға йыйына. Йыйынтыҡҡа ингән туғыҙ композиция араһында башҡорт халыҡ йыры ла бар.

Төркөм солисы Эрик Муке репертуарына ниндәй музыка һайлауын, кем башҡарыуын әлегә сер итеп тота.

Тиҙҙән Өфөлә ошо уңайҙан матбуғат конференцияһы үтер тип көтөлә. Әйткәндәй, Эрик Муке былтыр "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә ҡатнашҡайны.

Башҡортостанға сәфәре барышында ул ҡурайға ғашиҡ булыуын белдерҙе. Франция ҡунағы милли уйын ҡоралының илаһи көскә эйә булыуын билдәләп, репертуарына аласағын белдерҙе. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Бөгөн башҡорт халыҡ йырына нигеҙләнеп ижад ителгән композиция донъя кимәлендә билдәлелек яулай.

Музыкант 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында махсус ҡунаҡ булараҡ та сығыш яһарҙа йыйына.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb