Билдәле Италия дизайнеры Элизабет Сотили Башҡортостандың Милли музейында булды

Билдәле Италия дизайнеры Элизабет Сотили Башҡортостандың Милли музейында булды

19 мартта Башҡортостан Республикаһының Милли музейында күренекле грек-итальян дизайнеры, скульптор, ювелир Элизабет Сотили (Лиза Сотилис) булды.

Элизабет Сотили Өфөгә «Нуриев көндәре» мәҙәни проекты сиктәрендә килгән. Ул күренекле яҡташыбыҙ, легендар балет артисы Рудольф Нуриевтыңяҡын дуҫы булған.

Хөрмәтле ҡунаҡты Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт йортоноң «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбле артистары тантаналы ҡаршы алды. «Селтәр» башҡорт милли кейеме студияһы башҡорт милли биҙәүестәрен (ҡашмау һәм һарауыс) эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Бынан тыш, ҡунаҡтар өсөн БР Милли музейы хеҙмәткәрҙәре башҡорт музыка ҡоралы ҡурайҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе һәм музей буйлап экскурсия ойошторҙо.

Элизабет Сотили ойоштороусыларға ихлас ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм мәҙәни йолаларҙы һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.

Билдәле Италия дизайнеры Элизабет Сотили Башҡортостандың Милли музейында булды
Билдәле Италия дизайнеры Элизабет Сотили Башҡортостандың Милли музейында булды
Билдәле Италия дизайнеры Элизабет Сотили Башҡортостандың Милли музейында булды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb