Билдәле йырсы Фәрит Бикбулатов баҡыйлыҡҡа күсте

Билдәле йырсы Фәрит Бикбулатов баҡыйлыҡҡа күсте
...Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең
Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм
Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым
Үҙ юлымдан ғына мин киләм...

Үткән аҙна халҡыбыҙҙың аҫыл ир-уҙамандарының береһе, билдәле йырсы Фәрит Бикбулатов баҡыйлыҡҡа күсте...

Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы билдәле башҡорт йырсыһы, оҙаҡ йылдар Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире булып эщләй. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины исемендәренә лайыҡ була.

Фәрит Хәйбулла улы Бикбулатов 1936 йылдың 8 авгусында Йылайыр районыны Мәҡсүт ауылында тыуған. Атаһы Хәйбулла Бикбулатов Ленинградта уҡып ҡайтып, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында судья булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Өлкән ағаһы Шәһит тә һуғышта ҡатнаша. Артабан фән юлынан китә, ул иҡтисад фәндәре докторы, профессор.

Фәрит Бикбулатов Юлдыбай ауылында ете класты тамамлағандан һуң, район комсомол комитеты юлламаһы менән киномеханик булып эшләй.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһының 1-се һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Бында йәмәғәт эштәрендә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡала профсоюздар ойошмаһы хорында йырлай.
Училищены тамамлағас, Өфө моторҙар эшләү заводында үҙаллы хеҙмәтен башлай. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң хор һәм драма түңәрәктәренә йөрөй. Агитбригада составында концертарҙа ҡатнаша. Завод коллективы Бикбулатовҡа Өфө сәнғәт училищеһына инергә тәҡдим итә.

Өфө сәнғәт училищеһында Аэлита Хайрулла ҡыҙы Чемборисова класында уҡый. Уҡып йөрөгән йылдарында уҡ төрлө конкурстарҙа сығыш яһай башлай. 1967 йылда Польша Халыҡ Республикаһында үткән Хеҙмәт резервтары фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә. Профессиональ белем биреү коллективтары араһында Башҡортостандың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Башҡортостан фольклор әҫәрҙәре сығышы менән бик ҙур уңыш ҡаҙана. Йәш йырсы Фәрит Бикбулатов тураһында күп сит ил гәзиттәре яҙып сығалар. 1968 йылда уҡ, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Башҡортостан" ижад клубына эшкә саҡырыла.

1969 йылда сәнғәт уҡыу йортоноң вокал бүлеген уңышлы тамамлап, 21 йыл буйына Фәрит Хәйбулла улы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй: башта диктор, артабан мөхәррир, йыр бүлеге өлкән мөхәррире була. 1989—98 йылдарҙа «Башҡортостан» ижад клубында директор һәм солист вазифаһын башҡара. Үҙен юғары квалификациялы журналист, оҫта йырсы, талантлы телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы итеп таныта. Төрлө конкурстар ойоштороусы һәм ҡуйыусы булараҡ киң танылыу яулай. «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивален ойоштороусыларҙың береһе.

1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Һуңғы йылдарҙа БСТ телеканалында «Тыуған моңдар» тапшырыуын алып бара.

Фәрит Бикбулатов 2016 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә вафат булды.

Фәрит Бикбулатов эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ таналыу яулай. Милли сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе булды. Фәрит Бикбулатов башҡарған бик күп йырҙар «Аҡҡош куле», «Уҙып барған ғүмер», «Гармунлы йәшлек» һәм башҡалар халыҡ яратып йырлаған йырҙарға әйләнеп китте. Роза Сәхәүетдинова, Зәбих Мамалимовтың, Сара Садиҡованың лирик йырҙарын тәүгеләрҙән булып башҡарыусы. «Зөлхизә», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал», «Шәүрә», « Шафиҡ» башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара ине.

Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы төрлө яҡтан үҙен асҡан шәхес булды. Акварель техникаһында яҙылған 300-ҙән ашыу һынлы сәнғәт эше авторы ла ул. Башҡортостан тәбиғәтен һүрәттәрҙә сағылдырырға яратты ул. Йырсының картиналары шәхси күргәҙмәләрҙә урын алды.

Йомшаҡ тембрлы үҙенсәлекле тауышлы йырсы, күңелгә үтеп инерлек башҡарыу оҫталығына эйә йырсыбыҙ беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Йәне йәннәттә булһын...

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb