Билдәле йырсы Ғүмәр Әбделмәнов вафат булған

Билдәле йырсы Ғүмәр Әбделмәнов вафат булған

Өфөлә БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғүмәр Әбделмәнов арабыҙҙан китте. Уға 90 йәш ине.

Ғүмәр Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә Шишмә районы Суҡраҡлы ауылында тыуған. Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағас, БАССР министрҙар Советы янындағы радиотапшырыуҙар һәм телевидение комитетында, Мәҙәниәт министрлығында, Башҡорт филармонияһында эшләй, Рәсәй Композиторҙар союзы музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры була.

Ғүмәр Әбделмәнов "Имәндәр шаулай", "Юғалма юлдарымдан", "Бер минут", "Һиңә тағы бер киләм әле" һәм башҡа йырҙарҙы башҡарыуы менән киң билдәле.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb