Башҡорт милли сәнғәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 48 йәшендә билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Яхин арабыҙҙан китте.
Учалы районы Ҡотой ауылында тыуып үҫкән Илшат Яхин 1988 йылдан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәп-интернатына уҡырға ингәндән алып, йөрәгенең һуңғы тибешенә тиклем моң донъяһына хеҙмәт итте.
1994 йылда Илшат Яхин Сибай дәүләт филармонияһында эш башлай. Коллектив менән бергә Европа илдәренә, Урта Азияға гастролдәрҙә ҡатнаша. 2001 йылдан «Карауанһарай» төркөмө музыканты булып, һуңынан филармонияның музыка мөдире итеп тәғәйенләнә.
Виртуоз баянсы, аранжировка оҫтаһы менән Башҡортостандың бөтә театрҙары лә хеҙмәттәшлек итә. 2011 йылдан Илшат Яхин Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының музыкаль бүлеген етәкләй. Истанбулда Республика көндәрен, «Байыҡ» «Башҡорт йыры» конкурстарын музыкаль яҡтан биҙәй, Өфөлә Театр скверының йырлай торған « Ете ҡыҙ» фонтанында Илшат Ғәббәс улының әҫәрҙәре яңғырай.
Илшат Ғәббәс улы кино һәм кинодокументалистикала ла әүҙем эшләне. «Бәхет ҡошо» , «Сириус» сериалдары , «Өс хат» фильмына көйҙәр ижад итте. 2019 йылдан ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында музыка бүлеген етәкләне.
Виртуоз баянсы, аранжировка оҫтаһы, Европа кимәлендеге тауыш режиссеры, төрлө йүнәлештә эшләүсе талантлы композитор, мультиинструменталист Бибисара Азаматованвң ике альбомын тулыһынса эшләй , аранжировкалай, дудук батшаһы Дживон Гаспаряндан дәрестәр алып, әрмән музыка ҡоралы дудукта уйнарға өйрәнә, Белорет һандуғасы Роза Аҡкучукованың ижадына яңы һулыш өрә.
Тормош иптәше, талантлы бейеүсе, хореограф, билдәле ҡуйыусы-режиссер Сулпан Асҡарова һалған бейеүҙәргә көйҙәр яҙа, тормошта ла, ижадында ла тоғро кешеһе була. "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.