Бөгөн популяр йырҙар ижад итеүсе композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рим Мәхмүт улы Хәсәновҡа- 70 йәш.
Ул 1947 йылдың 9 мартында Благовар районы Языково ауылында тыуған.
Рим Хәсәнов 400-гә яҡын йырҙар авторы. «Һиңә килдем, иркәм», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Сәскәләр уяныр», «Дуҫтарыңды онотма», «Һин – ғүмер ағыштарым», «Өфө йүкәләре», «Юҡҡа түгелдер», «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә» кеүек йөҙҙәрсә милли рухлы йырҙары халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде. Улар төрлө быуын йырсылары башҡарыуында әле лә популяр. Йырҙарын төрлө заманда Ринат Ибраһимов, Ғүмәр Әбделмәнов, Илфак Смаков, Фидан Ғафаров, Алһыу Сафина, Владимир Трошин башкара.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының, Стәрлетамаҡ һәм Сибай башҡорт театрҙарының 70-тән артыҡ спектаклен музыкаль яҡтан биҙәне. Шул иҫәптән «Тапшырылмаған хаттар» (Ғәҙе Ҡотой), «Айһылыуҙың айлы кистәре» (Ибраһим Абдуллин), «Ташлама утты, Прометей» (Мостай Кәрим), «Ун өсөнсө председатель» (Азат Абдуллин). «Стәрлетамак» телевизион әкиәтенә һәм «Алтын атлы һыбайлы» нәфис фильмына (Ю.Якушев менән, Мосфильм, 1980) музыка яҙа. «Ҡурай тураһында легенда» (1979), «Телһеҙ» балеттары; «Прометей» менән «Сибай» симфоник поэмалар; һуҡма(инструменттар) һәм синтезатор өсөн «Катастрофа, 4 июнь» (1989), «Нәҫел яҙыуы» ораторияһы (1974), «Башҡортостан» һәм «Ленин яҙын туған» кантаталары.
1974 йылдан Рим Хәсәнов СССР композиторҙар берлеге ағзаһы, шулай уҡ Рәсәй яҙыусылар берлеге ағзаһы.1978 йылдан һуң ирекле ижади эштә. 1994—1996 йылдарҙа Австралияла йәшәп ижад итә. Һуңғы ваҡыттарҙа Мәскәү ҡалаһында йәшәй.