Билдәле композитор Рим Хәсәнов «Өфө шыршылары» тигән яңы йыр ижад иткән

Билдәле композитор Рим Хәсәнов «Өфө шыршылары» тигән яңы йыр ижад иткән

«Өфө йүкәләре» йыры авторы, композитор Рим Хәсәнов Башҡортостандың баш ҡалаһына арнап «Өфө шыршылары» тигән яңы йыр яҙған.

Ошо көндәрҙә танылған ижадсы Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды.
Композитор, шағир Рәсих Ханнанов менән яңы йырҙар яҙған һәм улар араһында «Өфө шыршылары» ла бар.

Автор «Һиңә тағы мин бер киләм әле», «Һин ғүмер ағыштарым», «Ромашка япраҡтары» исемле йырҙарын рус теленә тәржемә иткән. Йырҙарҙы рус телендә Александр Тихонов башҡарасаҡ.

Композиторҙың инструменталь әҫәрҙәре лә тыңлаусылар араһында киң билдәле һәм популяр.

9 декабрҙә Өфөлә башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренән симфоник концерт ойошторола. Был концертта Рим Хәсәновтың «Скучаю», «Не получается разлюбить» һәм «Улетим в вальсе» исемле өс яңы симфоник пьесалары яңғырай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb