"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, Ҡырымда 47 йәшлек билдәле музыкант һәм дирижер Рөстәм Сөләймәнов вафат булған.
Рөстәм Сөләймәнов Өфөлә ижади ғаиләлә тыуып үҫкән. Талантлы скрипкасы һәм дирижер Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лаурыаты булараҡ та билдәле ине.
Музыка сәнғәте оҫтаһы төрлә йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестрын етәкләгән, Башҡортостандың милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры булған.
Мәрхүм менән хушлашыу 23 июлдә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында уҙасаҡ. Хушлашыу иртәнге сәғәт 10-да башлана һәм көндөҙгө 12-гә тиклем дауам итә.