Күптән түгел билдәле педагог Миләүшә Мортазинаға арналған “Ижад-бәхет сининимы” тип исемләнгән китап донъя күрҙе. Авторы - тележурналист Миләүшә Иҙрисова.
- Миләүшә Мортазина кеүек кешеләр күберәк булһын ине. Минең ҡыҙым Диләрә Иҙрисова уның һуңғы уҡыусыларының береһе. Беҙҙең ғаилә Мортазиндар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне. Тормош һабаҡтарын биреүсе уҡытыусы ул. Уның аҡылына, тормошҡа ҡарашына, эшенә, фекеренә ҡарап һоҡланаһың. Бына нисек йәшәргә кәрәк?! Башҡорт милли вокал мәктәбен булдырҙы ул. Нажиә Аллаярова, Флүрә Ноғоманова, Рәил Кучуков, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Диләрә Иҙрисова, Иҙел Аралбаев уның уҡыусылары. Улар башҡорт йыр сәнғәтен, Башҡортостанды бөтә донъяға танытты, - ти Миләүшә Иҙрисова.
Китаптың исем туйы 25 февралдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарыласаҡ.Сарала Миләүшә Мортазинаның уҡыусылары ҡатнашлығында матур тамаша әҙерләнә.
Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы — вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, профессор, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР юғары мәктәбе отличнигы. 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина 1926 йылдың 27 майында Кушнаренко районы Баҡай ауылында тыуған.
Мәктәпте тамамлағас, Өфө агрегат етештереү берекмәһендәге инструменталь цехта эшләй. Заводтың концерт бригадаһында ҡатнаша, госпиталдәр, хәрби частар буйлап концерттар ҡуйып йөрөй.
Һуғыштан һуң имтиханһыҙ Өфө авиация институтына уҡырға инә. Студент сағында уҡ Урал консерваторияһында уҡый башлай.
1950 йылда М. П. Мусоргский исемендәге Урал консерваторияһының милли студияһын тамамлай Ҡазан консерваторияһын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1954 йылда Өфө сәнғәт училищеһында уҡтыусы булып башлай. Шул уҡ ваҡытта башҡарыусы эшен дә алып бара.
М. Ғ. Мортазина республика вокаль конкурстарында алмаштырғыһыҙ жюри етәксеһе («Дуҫлыҡ моңо», «Дебют», Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс).
М. И. Глинка исемендәге ХV һәм ХVI Халыҡ-ара вокалистар конкурсында, Төньяҡ Кавказ вокалистар конкурсында; Италиялағы (Сицилия-Алькамо) Халыҡ-ара вокалистар конкурсында жюри ағзаһы
Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән «Ватан алдында ҡаҙаныштары өсөн» 2 дәрәжә ордены тапшырыла.
Улы Мортазин Владислав Львович — музыкант, органист, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. Ҡыҙы Ләйлә Шаһиева — музыка белгесе.
Миләүшә Мортазинаның хеҙмәт стажы — 73 йыл.
билдәле педагог Миләүшә Мортазинаға арналған “Ижад-бәхет сининимы” тип исемләнгән китап донъя күрҙе. Авторы